28 Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр, Юлдарыңа нур һирпелер.
Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?
Ул төндөң таң йондоҙҙары ҡараңғыланһын; Зарығып таңды көтөүе бушҡа сыҡһын; Иртәнге шәфәҡ нурҙарын күрә алмаһын.
Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.
Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә; Иң яратҡан ризығынан да екһенә.
Йәне ҡәбер соҡорона, Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша.
Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
Елдәрҙе Үҙеңә – илсе, Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең!
Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.
Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.
Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.
Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөгән абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә.