24 Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер.
Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.
Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр, Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр.
Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын.
Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең.
Ниндәй бәхетле фәҡир хаҡында ҡайғыртҡандар! Раббы уны бәлә килгәндә ҡотҡарып ҡалыр.
Тауҙар халыҡҡа бәрәкәт килтерһен, Ҡалҡыулыҡтар хаҡлыҡ еткерһен!
Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».
Раббы: – Мин бөтә шөһрәтемде һинең алдан үткәрермен, Һинең алда «Раббы» исемен иғлан итермен. Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен, Кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен, – тип вәғәҙә итте.
Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.
Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.
Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.
Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.
Ә һеҙгә килгәндә, Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына Һөргөндәге халҡығыҙҙы Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам.
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.
Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.