22 Йәне ҡәбер соҡорона, Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша.
Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.
Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.
Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә.
Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.
Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш, Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ.
Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон.
Ҡолаҡ һал минең тарафҡа, йәһәтерәк ҡотҡар! Миңә һыйыныр ҡая бул, Ныҡлы ҡәлғә бул, йәшенеп ҡотолайым!
Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.
Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп, Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?»
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.
Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.
Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Абаддон, ә грекса – Аполлуон.
Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.