20 Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә; Иң яратҡан ризығынан да екһенә.
Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.
Көрһөнөүем ризығымдан алда килә, Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә.
Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә, Улар мине сиргә һабыштыра.
Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.
«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным.
Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.