18 Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн.
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
Уны яуызлыҡ ҡылыуҙан арындырыу, Тәкәбберлектән ҡотҡарыу өсөн;
Йәне ҡәбер соҡорона, Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша.
Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр.
Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.
Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?
Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны.
Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.