10 Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.
Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.
Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.
Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.
Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.
Барыбер ғәйепле тип һаналам икән, Ниңә мин бушҡа тырышам?