1 Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.
Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ, Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ.
Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.
Ҡара, ауыҙымды асам, Һүҙҙәрем телем осонда тора.
«Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ!
Ғайса былай тип өҫтәне: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!