22 Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.
Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.
Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.
Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.
Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй.
„Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы?
Ялағай телең өсөн түгел, тәнҡит һүҙең өсөн аҙаҡтан рәхмәт әйтерҙәр.
Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.
Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.
Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып әйтмәнек. Алла Үҙе шаһит!