13 „Аҡыллы фекергә килдек, – тип әйтергә ашыҡмағыҙ. – Йәнәһе, уны әҙәм түгел, Алла фашлар“.
Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. –
Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»
«Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!
Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!
Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк, Арпа урынына алабута үҫһен». Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды.
Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым, Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы, Уның әйткәндәренә яуап бирмәне.
Әммә Әйүптең һүҙҙәре миңә ҡаршы йүнәлмәгән, Мин уға һеҙҙеңсә яуап ҡайтармайым.
Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Быларҙы Мин һеҙгә алдан уҡ белдерә килдем, Һуңынан һин: „Быларҙы минең ботом эшләне. Ағастан яһалған, ҡойолған һындарым шулай тип бойорҙо!“ – тип Әйтмәһен өсөн, булмаҫтан элек иғлан иттем.
Улар әллә ҡасан түгел, яңы ғына яралдылар, Уны һин бөгөнгәсә белмәнең, „Мин быларҙы белә инем“, – тип әйтә алмайһың.
Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә, Аҡыллы һанағандарға ҡайғы!
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.
Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын.
Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.
Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.
– Яугирҙәрең артыҡ күп, – тине Раббы Гидғонға. – Мин мидйәндәрҙе уларҙың ҡулына бирмәйем, юҡһа исраилдар Минең алдымда: «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ», – тип маһайыр.