6 Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен, Шунда Ул намыҫлылығымды белер.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
«Әгәр ҙә ғазаптарымды үлсәп, Бөтөн ҡайғыларымды бизмәнгә һалһаң –
Улар диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ тартыр ине, Шуға күрә әйткән һүҙҙәрем дыуамал.
Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?
Дөрөҫ үлсәү – Раббынандыр, үлсәүҙең герҙәрен дә Ул бар ҡылған.
Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.
Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.
Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың».
Боҙоҡ бизмән, ялған герҙәр менән эш итеүсене аҡлай буламмы?
Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.
Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын.
Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле.