33-34 Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?
– Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.
– Һин миңә иш булһын тип биргән ҡатын – ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, – тип яуапланы әҙәм.
– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.
Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.
Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.
Петрус унан: – Әйт әле, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны. – Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.
Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.