32 Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?
Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.
Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.
Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.
Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.
Юлаусылар, ҡунып сығыр өсөн, Гивғаға боролдо. Ҡалаға килеп еткәс, улар ҡала майҙанына барып ултырҙы, ләкин ҡунырға саҡырған кеше булманы.
Ҡала майҙанында ултырған мосафирҙы күреп, ҡарт: – Ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.