31 Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Үҙ өйөмдә һыйындырған заттар, Аҫырауҙар менән хеҙмәтселәр мине ят күрәләр, Улар күҙендә килмешәккә әйләндем.
Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?
Арығанға эсергә һыу бирмәнең, Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?
Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды.
Һине ярҙамға саҡырып, Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда, Ялбарыусы тауышымды ишет.
Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.
Астар өсөн йәнеңде бирерҙәй булһаң, Иҙелгәнгә нимә кәрәк, шуны бирһәң, Нурың ҡараңғыла балҡып торор, Дөм ҡараңғы ваҡытың да көн үҙәге һымаҡ балҡыр.
– Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. –
Юл буйында бер мал аҙбары булып, уның янында мәмерйә бар ине. Шаул хәжәтен үтәү өсөн шунда инде. Дауыт үҙенең ярандары менән мәмерйәнең төп яғында ултыра ине.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.