27 Күңелем түрендә уларға ымһынһам, Уларға илаһтарға табынған һымаҡ ҡул һонһам;
Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы.
Әгәр балҡыған ҡояшҡа, Балҡып хәрәкәт иткән айға ҡарап,
Был да хөкөмгә бирерлек ғәйеп, Юғарылағы Аллаға хыянат булыр ине.
Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.
Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.
Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.
Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.
Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.
Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ.
Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,
Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.