Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:25 - Изге Яҙма

25 Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:25
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.


Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.


Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.


Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –


Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!


Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.


Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“.


Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.


Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән.


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ