24 Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам, Саф алтынды: „Ышанысым һин!“ – тиһәм,
Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.
Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
Һин бит нәсихәтемде күрә алмайһың, Әйткәндәремде һанға һуҡмайһың.
Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!
Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!
Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә, ярлыға фәҡирлеге – оло бәлә.
Байлығына ғына иҫәп тотҡан шиңеп ҡалыр, иманлылар йәшел япраҡ һымаҡ булыр.
Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.
Ғайса тирә-яғына ҡараш ташланы ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! – тине.
Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.
Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.
Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.