Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:23 - Изге Яҙма

23 Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:23
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.


Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?


Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.


Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.


Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды.


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.


Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:


Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.


Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн!


О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ