Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:20 - Изге Яҙма

20 Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа, Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:20
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың,


Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине –


Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.


Яланғастың туңып үлгәнен, Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп, Битараф ҡына ҡарап торһам,


Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –


бәрәстәр һине кейендерер, кәзәләреңде һатып, баҫыу алырһың.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.


Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ