16 Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,
Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.
Шуға күрә ярҙамһыҙҙың өмөтө бар, Ғәҙелһеҙлектең ауыҙы томаланыр.
Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!
Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!
Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә.
Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама, йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма;
ярлыларға игелек күрһәтер, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыр.
Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!
Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.
Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,
Әгәр ҙә халҡыңдан берәйһе ярлыланып, үҙен-үҙе тәьмин итә алмаһа, уға ярҙам ит. Ул һеҙҙең арағыҙҙа ситтән килгән кеше йәки килмешәк кеүек йәшәһен.
Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән.
Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡ менән булһа ла туҡланырға ымһынған. Эттәр килеп, уның яраларын ялап киткән.
Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.
Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырышам.
Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ.
Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.