29 Хәҙер мин сүл бүреләренә туған, Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым.
Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,
Раббы бөтә иҙелгәндәргә Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ҡыла.
Юлдарын – Мусаға, Ғәмәлдәрен Исраил халҡына күрһәтеп биргән.
Һарайҙарын сәнскәк ҡыуаҡ баҫыр, Ҡәлғәләрендә дегәнәк менән кесерткән үҫер. Унда сүл бүреләренең төйәге, Дөйәғоштарҙың торлағы булыр.
Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә!
Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.
Ғаязды иһә күрә алманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем.