28 Ҡарайып ҡаттым, тик ҡояштан түгел; Йыйын уртаһында тороп ялбарамын.
Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.
Минең арфам хәҙер иңрәп илай, Һыбыҙғым һыҡтаусы кеүек ыңғыраша.
Бына, биргән көндәрең бер ҡарыш ҡына, Һинең хозурыңда ул бер миҙгел һымаҡ. Аяғында ныҡ баҫып торһа ла Әҙәм ғүмере – иҫеп киткән бер ел генә». Села
Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе.