25 Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?
Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.
Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.
Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Яҡынын өнәмәгән – гонаһлы, ярлыға хәстәрлекле булған – бәхетле.
Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай, кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай.
Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.
Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.
Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.
Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.
– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!
Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы:
Ғайса илап ебәрҙе.
Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ул Үҙ бүләктәрен мохтаждарға йомарт өләште. Уның изгелеге мәңгелек».