23 Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».
Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.
Ҡулдарың миңә һын-рәүеш бирҙе, әүәләне; Инде, кире уйлап, мине емерергә теләйһеңме?
Әҙәм ғүмеренең көндәре һанаулы, Айҙары Һинең ихтыярыңда, Сик ҡуйғанһың – уны үтә алмаясаҡ.
Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат.
Нисек булһа булһын! Шуға күрә әйтәм: „Ул ғәйепһеҙҙе лә, яуызды ла берҙәй юҡ итә“.
Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ.
Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,
Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы.