21 Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.
Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?
Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?
Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?
Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине.
Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.
Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.
Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.