20 Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең. Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың.
Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым.
Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.
Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.
Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.
Доғаларыбыҙ барып етмәһен өсөн, Болоттар менән ҡапландың.
Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы.
Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.