15 Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды.
Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.
Ниҙән ҡурҡһам – алдыма шул килде, Нимәнән ҡотом осһа – башыма шул төштө.
Емерелгән диуар аша ябырылған дошман һымаҡ, Ватып-емереп өҫтөмә ташланалар.
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың, Һаташтырып ҡотомдо алаһың.
Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине, Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары!
Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.
Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы.
Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.
Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.
Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.