20 Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?
Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.
Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен?
Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат.
Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Хәмерҙе һәләк булып барыусыға, шарапты ҡайғыға батҡанға бирегеҙ:
Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым? Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер, Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни?
Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.