6 Ҡайҙа һуң аяҡтарым һөттә йыуылған, Ҡаяларҙан зәйтүн майы ағып торған көндәр!
Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.
Күрә алмаҫ ул ағын һыуҙарҙы, Бал менән май аҡҡан йылғаларҙы.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе әле янымда, Балаларым әйләнәмдә ине.
Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың.
Ашер тураһында былай тине: – Уландарҙың араһында Иң фатихалыһы Ашер булһын, Туғандарының һөйөүен ҡаҙанһын, Аяғын зәйтүн майына батырһын!