Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 29:22 - Изге Яҙма

22 Минең һүҙем һәр саҡ һуңғы булды, Һүҙҙәрем уларға ысыҡ тамсыһылай тамды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 29:22
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Затлыларҙың тауышы ҡарлыға, Телдәре аңҡауҙарына йәбешә торғайны.


Улар мине ямғырҙай көтөп алыр, Һүҙҙәремде яҙғы ямғыр һымаҡ йотор ине.


Ирендәрең солоҡ балдай татлы, Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең. Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе!


Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө көньяҡҡа табан бор, көньяҡҡа өндәш, Негев урманына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Йәрүсәлимгә табан бор, изге урындарға ҡаршы һөйлә, Исраил еренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.


Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.


Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр.


Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ