18 „Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –
Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!
Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.
Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым, Табышын тештәре араһынан тартып алдым.
Тамырҙарым һыуға тейер, Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр,
Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ, Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең.
Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».
Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».
Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –
Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.
Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға, Һәләкәттән ҡасмаҡ булып Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы!