Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 29:13 - Изге Яҙма

13 Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 29:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.


Ә тәҡүәләр ҡыуанһын, Байрам итһендәр Алланың хозурында, Шатланып күңел асһындар.


Ашлығын ҡыҙғанғанды халыҡ ҡәһәрләр, уны ваҡытында һатҡан фатихаланыр.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды.


– Уға Раббының рәхмәте төшһөн! – тине Ноғоми килененә. – Ул иҫәндәрҙе лә, үлгәндәрҙе лә мәрхәмәтенән ҡалдырмай. Шунан: – Боғаз беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙан, ғаиләбеҙҙе үҙенең ҡурсалауы аҫтына алырға бурыслы йолоусыбыҙ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ