Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 28:28 - Изге Яҙма

28 Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 28:28
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахав һарайының идарасыһы Ғовадъяһты саҡырып алды. Ғовадъяһ Раббынан бик ҡурҡҡан бер кеше ине.


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа?


Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа?


Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны.


Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.


Уларҙы дуҫым, туғаным һымаҡ яҡын күрҙем. Әсәһе өсөн йәш түккән кеше һымаҡ, Бөгөлдөм, башымды һәлендерҙем.


Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин. Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ, Юлдарымды танымайҙар».


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Аҡыл эйәһенең тәғлимәте – тормош шишмәһе, ул үлем тоҙағынан һаҡлай.


Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана, ә ахмаҡ, дыуамалланып, үҙенә ышана.


Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ ғәйептән пакландыра, Раббынан ҡурҡыу гонаһтан тыя.


Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама, Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор.


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ