21 Ул бөтә йән эйәләренең күҙенән дә, Һауалағы ҡоштарҙан да йәшерелгән.
Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа?
Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр.
Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.
Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».
Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән.