19 Куштың хризолиты уға тиңдәш түгел, Саф алтын менән ул баһаланмай.
Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа?
Унда аҫыл таш һалырлыҡ дүрт рәт оя эшлә. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт;
Унда дүрт рәт аҫыл таштар һалынғайны. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт;
Алтын да бар, аҫылташтар ҙа, ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел.
Аҡыл туплап, зирәклеккә ирешкән – бына кем ул бәхетле кеше!
Емештәрем алтындан, хатта саф алтындан яҡшыраҡтыр; файҙам иһә саф көмөштән өҫтөнөрәк.
Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.
бишенсеһе – сардоникс, алтынсыһы – сердолик, етенсеһе – хризолит, һигеҙенсеһе – берилл, туғыҙынсыһы – топаз, унынсыһы – хризопраз, ун беренсеһе – гиацинт, ун икенсеһе – аметист.