17 Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел, Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ.
Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.
Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.
Нәсихәтемде көмөштән ғәйре күрегеҙ, ғилемде саф алтындан өҫтөн ҡуйығыҙ.
Йән эйәләренең баш осонда көмбәҙгә оҡшаған, гәлсәр кеүек емелдәп торған хайран ҡалдырғыс бер нәмә йәйелгәйне.
Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны.
Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.
Тәхет ҡаршыһында гәлсәргә оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.