Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.