11 Йылғаларҙың инешенә барып етә, Йәшеренде яҡтыға сығара.
Ул болоттарына һыу туплай, Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай.
Тау-таштарҙы соҡоп, тишеп үтә, Күҙҙәре бөтә хазиналарҙы күрә.
Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа?
Ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең.
Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.