18 Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ, Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр.
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Сион-ҡыҙ – йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек, Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш, Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды.
Көтөүсе сатырын һүтеп алған һымаҡ, Торлағым минән алынды; Туҡыусы һуҡҡан туҡымаһын төрөп ҡуйғандай, Мин дә ғүмеремде төрөп ҡуйҙым. Раббы ғүмеремде, туҡыу станындағы еп һымаҡ, ҡырҡты. Көнөн-төнөн Ул мине ахырыма алып бара.
Сөнки улар көйә ашаған кейем, Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр. Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр, Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер».
Баҡсалағы ҡыуышты боҙоп ташлаған һымаҡ, Раббы Үҙенең торлағын емерҙе, Беҙ Уға ғибәҙәт ҡылырға йыйылған урынды вайран итте. Раббы Сионда байрам һәм шәмбеләрҙе онотторҙо; Ярһыу менән батшаны ла, ҡаһинды ла ситкә типте.