24 Бер аҙ үрләүҙәре булыр – юҡҡа сығырҙар, Башҡалар кеүек үк йығылырҙар, йыйып алынырҙар, Башаҡ кеүек ҡырҡылып төшөрҙәр.
Улдары дан ҡаҙанғанмы – уны белмәҫ, Кәмселеккә төшкәндәрме – инде һиҙмәҫ.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.
Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».
Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.
Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.
Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.