18 Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ.
Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.
Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.
Зәйтүн ағастары араһында май һығалар, Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар.
Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар, Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр.
Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер.
Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә, Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә.
Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш, иманлылар торлағына бәрәкәт бирә.
Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән ағын Нил һымаҡ үт, Бүтән ҡаршылыҡ юҡ.
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.