15 Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.
Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.
Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө.
Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға, Төйәгенә бара белһәм икән!
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен
Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.