14 Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер.
Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың, Беләм, ниәтеңдә былар булған:
Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.
Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
Миңә лә буш айҙар насип булды, Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.
Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.