25 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының, Өйөм-өйөм көмөшөң булыр.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.
Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында.
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым».
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?