23 Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!
Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.
Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.
Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!
Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –
Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.
Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.
Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.
Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын.
Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
Ә һеҙ, һөйөклөләрем, үҙ тормошоғоҙҙо изгеләрҙән-изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп, йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.