Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 22:21 - Изге Яҙма

21 Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 22:21
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!»


Иң яҡшыһы – Миндә һыйыныу эҙләһен, Минең менән килешеп йәшәһен. Эйе, Минең менән килешеп йәшәһен».


Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ