20 „Бына дошмандарыбыҙ юҡ булды, Байлыҡтары янып, көлгә әйләнде!“
Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,
Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө.
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.
Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».
Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең Ҡасан һәләк булғаны бар? Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең?