14 Ул күрмәй, ҡуйы болот ышыҡлай. Йөрөй тегендә-бында күк көмбәҙендә“.
Ул тәхетен йәшереп ҡуя, Үҙенең болото менән ҡаплай.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Телен яманлыҡтан тыйһын, Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы.