Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 22:13 - Изге Яҙма

13 Ә һин: „Алла нимә белә? – тиһең. – Ҡараңғылыҡ аша нисек хөкөм ҡылһын?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 22:13
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.


Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар.


Раббыға әйттем: «Һин минең Аллам. Раббы, ялбарыуыма ҡолаҡ һал!»


Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар!


Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып, Үҙеңә яҡынайтҡан, Өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше! Йортоңдоң, мөҡәддәс ҡорамыңдың, Ниғмәттәрен беҙгә насип итһәң ине!


Нишләп Һин ҡулыңды кире алдың? Уң ҡулыңды сығар ҡуйыныңдан, быға сик ҡуй!


Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.


Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.


Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, Исраил халҡының аҡһаҡалдары һәр береһе үҙҙәренең ҡараңғы бүлмәләрендә үҙҙәренең боттары алдында нимә эшләгәнен күрәһеңме? – тине. – Улар: «Раббы беҙҙе күрмәй. Раббы илде ташланы», – тиҙәр.


– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.


Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.


Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ