33 Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Мәйетен зыяратына алып барғанда Ҡәберенә ҡарауыл ҡуйырҙар.
Бер аҙ үрләүҙәре булыр – юҡҡа сығырҙар, Башҡалар кеүек үк йығылырҙар, йыйып алынырҙар, Башаҡ кеүек ҡырҡылып төшөрҙәр.
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.
Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Бер быуын килә, бер быуын китә, Әммә донъя мәңге ҡала бирә.
Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.
Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,