Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 21:31 - Изге Яҙма

31 Кем дөрөҫлөктө битенә бәреп әйтер? Кем ҡылғанының ҡонон ҡайтарыр?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 21:31
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

„Алла язаны уларҙың Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме? Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр.


Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.


Мәйетен зыяратына алып барғанда Ҡәберенә ҡарауыл ҡуйырҙар.


Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.


Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ